"УРАЛ АРЪЯҒЫ 2019" БӨТӘ РӘСӘЙ ИНВЕСТИЦИЯ ҺАБАНТУЙЫ



22-23 июндә Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһында "Урал аръяғы-2019" беренсе Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы уҙғарыла. Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Стратегик башланғыстар агентлығы, "Эшлекле Рәсәй", Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, шулай уҡ төп бизнес берекмәләре.

Беренсе инвестиция һабантуйында 500-гә яҡын федераль һәм төбәк дәүләт учреждениеһы вәкиле, Рәсәй һәм сит ил бизнесы вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.

Профилле секцияларҙа һәм " Innoregion: барыһы ла эшләргә теләгән биләмәләр" пленар ултырышында ҡатнашыусылар инвестиция эшмәкәрлеге һәм инвестиция йәлеп итеү йәһәтенән тәжрибә уртаҡлашасаҡ, шулай уҡ Рәсәй төбәктәрендә бизнес өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу алымдарын тикшерәсәк. Экология, туризмды һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү, уңайлы ҡала мөхите булдырыу темаларын да күтәреү күҙаллана. Бынан тыш, һабантуй барышында Башҡортостан Республикаһының инвестиция ҡеүәтен сағылдырған күргәҙмә эшләйәсәк.

Инвестиция һабантуйының үҙенсәлекле форматы бизнес форумын ысын байрамға әүерелдереү мөмкинлеген бирә: һабантуйҙа ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар Башҡортостандың мәҙәни һәм гастраномия йолалары менән дә танышасаҡ.