СБА Башҡортостандың Урал аръяғындағы инвестиция һабантуйына булышлыҡ итәсәк

СБА Башҡортостандың Урал аръяғындағы инвестиция һабантуйына булышлыҡ итәсәк

11 мартта Башҡортостан Республикаһының инвестиция советы ултырышында Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын үткәреү идеяһын хуплап сыҡты.

“Беҙ инвестиция һабантуйында, уны ойоштороуҙа, эш программаһын, көн тәртибен төҙөүҙә ҡатнашырға әҙербеҙ, – тине ул Башҡортостан Республикаһының инвестиция советы ултырышында. – Минеңсә, был бик ҡыҙыҡлы сара булмаҡсы”.


Новость 1.jpg

Агентлыҡ етәксеһе, һабантуй Башҡортостандың баш ҡалаһынан ситтә үткәреләсәк, тип билдәләне. Уның фекеренсә, илебеҙҙең төрлө ҡалаларын күрһәтергә кәрәк.

“Агломерациялар, ҙур үҙәктәр генә ылыҡтырғыс үҫеш нөктәләренә әүерелә ала, тип ҡарарға ярамай. Беҙгә ҙур булмаған ҡалалар өсөн дә шундай уҡ шарттар тыуҙырырға кәрәк, сөнки ундайҙар илебеҙҙә бик күп”, – тине Светлана Чупшева.


Яңылыҡтар исемлегенә