Башҡортостанда Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланды

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланды

22 июндә Сибайҙа I Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы эшләй башланы. Унда донъяның 11 иле вәкилдәре ҡатнаша.

Форумды асып, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сибайҙарға мөрәжәғәт итте. "Хәтерегеҙҙәлер, ярты йыл элек кенә беҙ бик ауыр осорҙар кисерә инек. Карьерҙа янғын сығыу сәбәпле ҡатмарлы хәл тыуҙы. Ул ваҡытта бөтә республика, уның бар халҡы һеҙгә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Бергәләп ошо ауыр хәлдең эҙемтәһен бөтөрөүҙә ҡатнаштыҡ. Минеңсә, беҙ булдырҙыҡ. Әлбиттә, бер аҙ ғына эш ҡалды, тиҙҙән уның тураһында ла онотасаҡһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта ярты йыл элек булған ваҡиғалар беҙҙе Сибайҙың батыр, көслө, булдыҡлы, изге күңелле халҡына ярҙам күрһәтеп, Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүгә ҡағылған икенсе бер проблеманы хәл итә башлау өсөн тырышлыҡ һалырға кәрәк, тигән фекергә этәрҙе. Шуға ла Сибайҙа Урал аръяғы инвестиция һабантуйын үткәреү идеяһы тыуҙы. Маҡсатыбыҙ – Сибайҙа ғына түгел, Урал аръяғындағы ҡайһы бер башҡа райондар иҡтисадына яңы һулыш биреү, бөтә мөмкинлектәребеҙҙе күрһәтеү, инвесторҙарҙы йәлеп итеү, эш урындары булдырыу һәм өр-яңы социаль объекттар төҙөү. Бөгөн ошо йүнәлештәге тәүге аҙымды яһайбыҙ. Барыбыҙға ла уңыштар теләйем. Эшебеҙҙең уң буласағына иманым камил", – тине ул.

Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева, үҙ сиратында, Инвестиция һабантуйы йыл һайын үткәреләсәк, тип белдерҙе. "Ошо майҙансыҡта йыл һайын осрашып, Сибайҙа, Башҡортостандың, тотош илебеҙҙең башҡа ҡалаларында тормош яҡшырһын өсөн проблемаларҙы, мөмкинлектәрҙе, өр-яңы алымдарҙы тикшерербеҙ, тип ышанам. Беҙҙең бурыс – бының өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләү. Был майҙансыҡ бизнес, власть, йәмғиәт, коммерцияға ҡарамаған сектор өсөн аралашыу биләмәһенә әүерелер, тип ышанам, сөнки илебеҙҙе үҫтереү буйынса глобаль һәм амбициоз бурыстарҙы бергәләп кенә тормошҡа ашырырға мөмкин", – тине агентлыҡ етәксеһе.

"Бөгөн – тарихи көн, сөнки Урал аръяғын ғына түгел, тотош Башҡортостанды үҫтереү өсөн этәргес бирәсәк ҙур Бөтә Рәсәй сараһын йыл һайын үткәрергә бергәләп ҡарар иттек. Инвестиция һабантуйында сит илдәрҙең ҡатнашыуы республикабыҙға ҡыҙыҡһыныуҙы сағылдыра. Ике көн дауамында беҙ иҡтисадты үҫтереү һәм, иң мөһиме, йәшәге һәм эшләге килгән биләмәләр булдырыу өсөн инвестиция йәлеп итеүгә бәйле мәсьәләләрҙе тикшерәсәкбеҙ", – тип билдәләне "Эшлекле Рәсәй"ҙең һәм форумдың ойоштороу комитеты рәйестәше Андрей Назаров.


Яңылыҡтар исемлегенә