Инвестиция Һабантуйына 11 илдән киләләр

Инвестиция Һабантуйына 11 илдән киләләр

22 июндә Сибайҙа үтәсәк “Урал аръяғы-2019” инвестиция форумына 11 илдән килеүҙәре көтөлә. Австрия, Әрмәнстан, Беларусь, Болгария, Иордания, Ҡаҙағстан, Рәсәй, Сербия, Төркиә, Франция һәм Хорватия вәкилдәре форумдың эш шарттары булдырыуға һәм бизнесты яҡлауға, Рәсәй туризмына, экология һәм башҡа темаларға арналған секцияларында ҡатнаша. Иртәгәһенә, 23 июндә, улар Әбйәлил районындағы Һабантуйҙа Башҡортостандың йолалары һәм мәҙәниәте менән таныша. Голливуд актеры һәм режиссер Стивен Сигал да ошо сараның ҡунағы буласаҡ.

Әйткәндәй, сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеү өсөн Замбия, Бенин, Колумбия, Малайзия, Ангола, Һиндостан, Үзбәкстан һәм Афғанстандан ирекмәндәр саҡырылды. Был көндө Башҡортостандың 25 районы вәкилдәре тирмә ҡороп, милли ихаталарҙы күрһәтәсәк. Традицион милли уйындарҙан һәм бәйгеләрҙән тыш, тамашасыларҙы Рәсәй һәм Башҡортостан эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында байрам концерты көтә. Республика Башлығы призына милли көрәш буйынса турнир сараға йәм өҫтәйәсәк. Ул майҙанға иң-иңдәрҙе йыясаҡ. Төп бүләк – автомобиль. Шулай уҡ ат сабышы планлаштырыла.

Һабантуй биләмәһендә йәмәғәт туҡланыуы һәм сауҙа нөктәләре эшләйәсәк. Теләгән кеше милли аш-һыуҙы тәмләп ҡарау, сувенирҙар, халыҡ кәсебе әйберҙәрен һатып алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Кисен иһә “Мираҫ” фольклор йыр һәм бейеү ансамбле, музыкант Роберт Юлдашев һәм “Ҡурайсы” төркөмө, Рөстәм Ғиззәтуллин, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, “ZAINETDIN” этно-проекты, Сәғиҙулла Байегет, Гөлназ Асаева һәм башҡалар сығыш яһай. Һабантуй дискотека һәм фейерверк менән тамамлана.


Яңылыҡтар исемлегенә