Инвестиция советында Башҡортостандың иҡтисади мөмкинлектәрен тикшерҙеләр

Инвестиция советында Башҡортостандың иҡтисади мөмкинлектәрен тикшерҙеләр

Ултырышты асып, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикала бизнестың, сәнәғәттең, сауҙаның, экспорттың, шул иҫәптән сеймалға ҡарамаған экспорттың әүҙем үҫеүен билдәләне. Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙең төрлө алымдары бар: һалым ташламалары, субсидиялар, льготалы заемдар, мөлкәткә бәйле өҫтөнлөктәр, инфраструктура йәһәтенән булышлыҡ. Төбәк фондтары һәм үҫеш институттары эшләй. Шуға ҡарамаҫтан республикала икенсе йыл рәттән инде инвестиция күләменең кәмеүе күҙәтелә.

“Башҡортостан – Волга буйы федераль округындағы төп иҡтисади төбәктәрҙең береһе. Социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһында республика үҙенең алдына ҡуйған маҡсаттар дөйөм федераль көн тәртибе менән тулыһынса ауаздаш”, – тине Светлана Чупшева.

Әммә, уның фекеренсә, әлеге үҫеш темпы, инвестиция күләме, экспорт диверсификацияһы кеүек үк, төбәк мөмкинлектәренә тап килмәй. “Эшлекле Рәсәй”ҙең рәйестәше Андрей Назаров та уның менән килеште. Ул бизнес берләшмәһе күҙлегенән төбәктәге үҫеш нөктәләре тураһында һөйләне.

“Төбәктәге тормош сифатына инвестиция шарттарының ныҡлы йоғонто яһауын республика власть органдары кимәлендә яҡшы аңлайҙар. Минеңсә, муниципаль звеноның һүлпән эшләүе әлегә тиклем проблема булып ҡала”, – тине ул һәм төбәктә муниципалитеттар өсөн Стратегик башланғыстар агентлығының төбәк стандартына нигеҙләнгән инвестиция шарттары һәм бизнес-омбудсмен аппараты менән ЦОП БПК эшләгән бизнесты яҡлау буйынса ике стандартты ғәмәлгә индерергә тәҡдим итте.

Андрей Назаров шулай уҡ башҡарма власть органдарының уңайлы инвестиция шарттары тәьмин итеүгә ҡағылышлы эшмәкәрлегенең ҡабул ителгән стандарттарына аудит үткәреү зарурлығын билдәләне. Бынан тыш, эксперт потенциаль инвесторҙар эҙләүҙе әүҙемләштереү, күрше төбәктәргә инвестиция һалған компаниялар менән эш итеп, ҙурыраҡ һөҙөмтәлелеккә өлгәшеү тәҡдимен индерҙе. Андрей Назаров бизнес өсөн һалым ташламалары булдырырға, республика венчур фондын тергеҙеп, уны аҡса бүлеүсе генә түгел, ә инвестиция процестарына ысын идара итеүсе структураға әүерелдерергә саҡырҙы.

“Башҡортостанда Алыҫ Көнсығыштағы кеүек “Йылдам үҫеш биләмәһе” проектын тормошҡа ашыра алһаҡ, төбәктә киҫкен алға китеш күҙәтеләсәк. 2018 йылға тиклем башҡа төбәктәр өсөн был алым тура килмәй ине, хәҙер иһә ошондай мөмкинлек тыуҙы, һәм хөкүмәт бер нисә йылдам үҫеш биләмәһе ойоштороуға заявка бирҙе”, – тине Андрей Назаров.

Киңерәк танылыу өсөн федераль күләмдәге ҙур сараларҙы – күргәҙмәләр, форумдарҙы файҙаланырға кәрәк. Атап әйткәндә, быйыл июндә Стратегик башланғыстар агентлығы һәм бизнес берекмәләр менән берлектә үткәреләсәк “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы” тап ошондай сара буласаҡ. Алдыбыҙға ике бурыс ҡуябыҙ – инвестиция йәлеп итеү һәм эш әүҙемлеген арттырыу. Унда Рәсәйҙең бөтә төбәктәрен, тәү сиратта, Волга буйы һәм Урал федераль округтарынан барлыҡ күршеләребеҙҙе саҡырабыҙ.

Фекер алышыу барышында был идеяны Стратегик башланғыстар агентлығы лидеры Светлана Чупшева ла хупланы. Уның фекеренсә, агломерацияларҙы, ҙур үҙәктәрҙе генә ылыҡтырғыс үҫеш нөктәләре тип ҡабул итергә ярамай. “Беҙ ҙур булмаған ҡалалар өсөн дә ошондай уҡ шарттар тыуҙырырға тейешбеҙ, сөнки ундайҙар илебеҙҙә бик күп бит”, – тине ул.

Бынан тыш, Андрей Назаров Стратегик башланғыстар агентлығының “гөрләп торған нөктәләре” форматын киңәйтеп, “гөрләп торған төбәк”кә еткерергә һәм был башланғысты, пилот проекты булараҡ, Башҡортостан Республикаһында һынап ҡарарға саҡырҙы.


Яңылыҡтар исемлегенә