РАДИЙ ХӘБИРОВ ҠЫРҒЫҘСТАН ДЕЛЕГАЦИЯҺЫН "УРАЛ АРЪЯҒЫ-2019" ИНВЕСТИЦИЯ ФОРУМЫНА САҠЫРҘЫ

РАДИЙ ХӘБИРОВ ҠЫРҒЫҘСТАН ДЕЛЕГАЦИЯҺЫН "УРАЛ АРЪЯҒЫ-2019" ИНВЕСТИЦИЯ ФОРУМЫНА САҠЫРҘЫ

28 мартта Бешкәктә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән Ҡырғыҙстан Республикаһы Премьер-министры Мөхәммәткәли Абылғазиевтың эшлекле осрашыуы булды.

Башҡортостан етәксеһе, бөгөн ҡул ҡуйылған хеҙмәттәшлек тураһындағы хөкүмәт-ара килешеү тауар әйләнешен арттырыу йәһәтенән әһәмиәтле этапҡа әүерелер, тигән ышаныс белдерҙе. Ҡырғыҙстанға оҙатылған нефть химияһы продукцияһынан тыш, республика заманса автобустар, биопрепараттар, ауыл хужалығы өсөн комплекслы ашламалар һәм башҡа тауарҙар тәҡдим итергә әҙер. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Ҡырғыҙстандың агросәнәғәт комплексы продукцияһына ҡыҙыҡһыныу белдерә.

Мөхәммәткәли Абылғазиев, үҙ сиратында, Рәсәй менән сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙә Башҡортостан мөһим акторҙы тәшкил итә, тип билдәләне. Премьер-министрҙың фекеренсә, Радий Хәбировтың сәфәре туғандаш халыҡтар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә мөһим этәргес буласаҡ.

Осрашыуҙа мәғариф, мәҙәниәт, туризм, шифахана-курорт дауалауы өлкәһендәге үҙ-ара эш итеүҙең төрлө йүнәлештәре тикшерелде. Радий Хәбиров Ҡырғыҙстан делегацияһын "Урал аръяғы-2019" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында һәм "Апимондия-2021" Халыҡ-ара умартасылыҡ конгресында ҡатнашырға саҡырҙы.


Яңылыҡтар исемлегенә