Австрияла Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы менән таныштырыу сараһы үтте

Австрияла Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы менән таныштырыу сараһы үтте

10 апрелдә Венала (Австрия) Башҡортостандың инвестиция һәм иҡтисади ҡеүәте менән таныштырҙылар. Сарала Австрия Республикаһының эшлекле даирәләре вәкилдәре һәм рәсми кешеләре ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров таныштырыу сараһында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Ул үҙенең сығышын немец телендә башланы.

– Немец телен күптән түгел генә өйрәнә башлағанға күрә, сығышымды артабан русса дауам итмәксемен, – тине төбәк етәксеһе. – Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанға йүнәлтелгән Австрия инвестициялары 5 миллиард евронан артып китһә, Вена диалектында һөйләшә башларға вәғәҙә бирәм.

Новость 4 (1).jpg

Радий Хәбиров Австрия коллегаларына ихлас ҡабул иткән һәм Рәсәй Федерацияһының алға киткән иң ҙур төбәктәренең береһе булған Башҡортостанға ҡыҙыҡһыныу белдергән өсөн рәхмәт әйтте.

– Бөгөн һеҙҙе һоҡланғыс республикабыҙ менән таныштырыу өсөн яҡшы мөмкинлек тыуҙы, – тине республика етәксеһе. – Ниңә нәҡ Башҡортостанда йәшәү һәм эшләү отошло? Ниңә тап унда аҡса һалырға, етди инвестициялар һәм бизнес-идеялар тәҡдим итергә, ҡунаҡҡа килергә, сәйәхәт итергә, ял итеп, сәләмәтлегеңде нығытып ҡайтырға кәрәк? Беҙ хеҙмәттәшлек өсөн асыҡбыҙ һәм барлыҡ тәҡдимдәрҙе ҡарарға әҙербеҙ. Беҙ, республикабыҙҙы күркәмерәк һәм ҡеүәтлерәк итеп, эҙмә-эҙлекле рәүештә үҫешкә ынтылабыҙ.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостан донъяның 118 иле менән сауҙа-иҡтисади бәйләнеште яйға һалған. Ул – иң әүҙем экспортер төбәктәрҙең береһе. Былтыр республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 4,5 миллиард евро самаһы тәшкил иткән.

Төбәк сит илдәрҙә сауҙа вәкиллектәрен ҡайтанан асырға ниәтләй. Тауар әйләнеше эҙмә-эҙлекле арта барған Австрияла ул тәүгеләрҙән булып ишектәрен асасаҡ. 2018 йылда ғына тауар әйләнеше 18 процентҡа үҫкән. Башҡортостанда Австрия капиталы ҡатнашлығында 10 предприятие эшләй. Республика етәксеһе уңышлы хеҙмәттәшлек миҫалдары иҫәбендә Lasselsberger компанияһының керамик плитә һәм ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары производствоһын, Kronospan ағас эшкәртеү заводын, Palfinger компанияһының мобиль йөк күтәреү ҡорамалдары производствоһын билдәләне.

Новость 4 (2).jpg

– Беҙ төҙөлөш тармағында, медицинала, энергетикала, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта, машиналар эшләүҙә, юғары һәм энергетик йәһәттән һөҙөмтәле технологиялар өлкәһендә берлектәге проекттарҙы үҫтерергә әҙербеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡортостан етәксеһе июндә Өфө менән Вена араһында тура авиабәйләнеш асылыуы тураһында хәбәр итте. Авиарейстарға билеттар һатыла башлаған да инде.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ Австрияның бизнес берләшмәһе вәкилдәрен июндә үтәсәк "Урал аръяғы" инвестиция һабантуйында ҡатнашырға саҡырҙы.

Бынан тыш, Венала Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһының Австрия Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Дмитрий Любинский, Австрия сәнәғәтселәре берекмәһе вице-президенты Хуберт Берч, Австрия Парламентының Милли советындағы туризм комитеты рәйесе Геральд Хаузер һәм Парламент Милли советының финанс мәсьәләләре комитеты рәйесе, Австрия–Рәсәй дуҫлығының парламент төркөмө рәйесе Карлхайнц Копф менән осрашты. Осрашыуҙар барышында Башҡортостан менән Австрия араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыу, инвестиция йәһәтенән үҙ-ара эш итеү мөмкинлектәре тикшерелде.



Яңылыҡтар исемлегенә