Башҡортостанда Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы менән таныштырҙылар

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы менән таныштырҙылар

27 февралдә Өфөлә "Урал аръяғы" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын Ойоштороу комитетының тәүге ултырышы булды. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм "Эшлекле Рәсәй"ҙең Мәскәү бүлексәһе рәйесе Андрей Назаров бизнес форумын үткәреү тураһында алдан уҡ һөйләшеп килешкәйне.

Радий Хәбиров 14-15 июндә "Урал аръяғы-2019" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Ул, бер яҡтан, яҡшы йолаға әүерелгән "Урал аръяғы иҡтисади форумдары"н дауам итһә, икенсенән, биләмәне яңы юҫыҡта үҫтереү мәсьәләһен хәл итеү мөмкинлеген бирәсәк.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, инвестиция форумының төп бурыстары – Урал аръяғы биләмәләрендә эш әүҙемлеген арттырыу һәм республиканың иҡтисади ҡеүәте менән киң таныштырыу.

"Беҙҙә байтаҡ муниципалитеттар ҙур сәнәғәт үҙәктәренән алыҫ урынлашҡан. Шуға күрә Урал аръяғы биләмәләре хаҡында хәстәрлек күрергә булдыҡ", – тине Радий Хәбиров.

Андрей Назаровтың фекеренсә, сара йыл һайын үткәрелергә, Рәсәй төбәктәрендә ойошторолған федераль күләмдәге форумдар араһында үҙенсәлеклелеге менән айырылып торорға һәм иҫтә ҡалырлыҡ булырға, шулай уҡ Урал аръяғына инвестиция йәлеп итергә, эш әүҙемлеген арттырырға тейеш.

"Форумда Рәсәй төбәктәре, тәү сиратта, күрше Волга буйы һәм Урал федераль округтары, йәнә ҙур бизнес берекмәләре һәм Стратегик башланғыстар агентлығы вәкилдәре ҡатнашасаҡ", – тип белдерҙе ул Ойоштороу комитеты ултырышында.

Уның әйтеүенсә, Һабантуй ике көн дауам итәсәк. Беренсе көн Сибайҙа – был төп, эшлекле өлөш. Ул ике тиҫтә сараны – эшлекле табындарҙы, төрлө мәсьәләләргә, шул иҫәптән биләмәләр өсөн инвестиция шарттары булдырыу, экологик хәл, техноген объекттарҙы рекультивациялау, экологик зыянды бөтөрөү һәм, бер үк ваҡытта, мәғдән базаһын үҫтереү кеүек темаларға арналған интерактив секцияларҙы үҙ эсенә ала.

"Икенсе көн традицион һабантуй нигеҙендә үтәсәк. Уның темаһы – мәҙәниәт, туризм, спорт, һаулыҡ һаҡлау, шифахана-һауыҡтырыу йүнәлеше, гастрономия. Быйыл икенсе көндө Әбйәлил районында ойошторорға тәҡдим ителә", – тине ул.

Шул уҡ ваҡытта форумдың төп темаһы "Innoregion" проекты тирәләй ҡороласаҡ. "Уның концепцияһы хәҙерге урбанистикалағы төп төшөнсә – уңайлы мөхиткә нигеҙләнә. Мөхит сифатының тормошобоҙҙағы бик күп күрһәткестәргә, шул иҫәптән эшҡыуарлыҡ шарттарына һәм төбәктәр үҫешенә ныҡлы йоғонто яһауын барыбыҙ ҙа яҡшы аңлайбыҙ. Бөгөн Урал аръяғын йәшәү өсөн иң уңайлы биләмә, тип әйтеп булмайҙыр. Бындай хәлде үҙгәртергә һәм кисекмәҫтән үҙгәртергә кәрәк", – тип билдәләне Андрей Назаров.

Ул шулай уҡ эшкә дизайнерҙар, урбанистар, IT белгестәре, сәнәғәт экологтары, төҙөүселәр, коммуналь хеҙмәткәрҙәрҙең йәлеп ителәсәге хаҡында белдерҙе. "Дөйөм бурыс – йәшәү һәм эшләү, ситкә китмәү теләге тыуҙырған биләмә төҙөү", – тине ул.


Яңылыҡтар исемлегенә