RU BA EN

ҺАБАНТУЙ ПРОГРАММАҺЫ

ЭТНО-АУЫЛ

Башҡорт мөхитен тулыһынса аңлау өсөн һабантуйҙа ҡатнашыусыларҙың барыһын да тирмәләргә саҡырабыҙ. Тирмә – күсмә торлаҡ ҡына түгел, башҡорт донъяһының, милли мәҙәниәттең, кейем-һалымдың, аш-һыуҙың һәм башҡорт ҡунаҡсыллығының сағыу күрһәткесе ул. Әбйәлил районы ауылдары Һеҙҙе үҙҙәренең күсмә йорттарында ихлас ҡаршы алыр, ата-бабаларҙың беҙ бөгөнгәсә ҡәҙерләп һаҡлаған мәҙәниәтте нисек булдырғаны хаҡында һөйләр.

ХАЛЫҠ БАҘАРЫ

Бөгөн производство кимәленә тиклем үҫешкән халыҡ кәсебе, уның инвестиция ҡеүәһе беҙҙең Халыҡ баҙарында тулыһынса асыласаҡ. Һөт һәм ит ризыҡтары, тәмлекәстәр һәм башҡа ашамлыҡтар... Башҡорт оҫталары быуындан-быуынға күсә килгән серҙәре менән ихлас уртаҡлашыр.

ГАСТРО – МИЛЛИ АШ-ҺЫУ КВАРТАЛЫ

“Эй, тәмле! Телеңде йоторлоҡ!”. Барығыҙҙы ла башҡорт милли ашамлыҡтарынан ауыҙ итергә саҡырабыҙ! Башҡортостан Республикаһы Рәсәй биләмәһендә үҙенсәлекле аш-һыуы менән әүәл-әүәлдән дан ҡаҙанған. Башҡорттар ярым күсмә тормошта йәшәгән ата-бабаларының ризыҡ әҙерләү серҙәрен һаҡлап ҡалған. Уларҙың күп төрлө рационында ҡабатланмаҫ тәме һәм нәзәкәтлелеге менән айырылып торған үләндәр, ит, һөт аҙыҡтары бар.

ЭШЛЕКЛЕ КВАРТАЛ

Инвестиция һабантуйы Башҡортостан Республикаһы Башлығы йәштәр, ветерандар, шулай уҡ Һуғыш балалары менән осрашасаҡ тирмәгә эшлекле аралашыу өсөн саҡыра.

ТӨБӘКТӘР ДУҪЛЫҒЫ КВАРТАЛЫ

Инвестиция һабантуйы Рәсәйҙең төрлө төбәгенән килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршылай һәм һабантуй биләмәһендә үҙенең вәкиллеге өсөн тирмә ҡорорға теләгән һәр кемгә майҙансыҡ тәҡдим итә.

СПОРТ УРАМЫ

Эйе, спорт ярыштары – милли байрамдың айырылғыһыҙ өлөшө ул! Тоҡ кейеп һикереү, мендәр менән һуғышыу, иң бейек бағанаға үрмәләү һ.б.

Спорт программаһында:

Тиҙлек көҫәү, ҡомар, хистәр ташҡыны, арғымаҡтарҙың ҡеүәте һәм һомғоллоғо – былар барыһы ла ат сабышында. Һабантуй байрамы кеүек үк, ат спорты буйынса ярыштар ҙа тамырҙары менән бик боронға тоташҡан. Был – яҙҙың иң төп спорт тамашаһы! Ат сабышы булмаған Һабантуй Һабантуй түгел инде ул!

Күсмә халыҡтың дәһшәтле ҡоралынан атыу буйынса ярыштар! Ут һыҙатындағы уҡсыларҙың йөҙөндә бер мускул да һелкенмәҫ. Һәр кемдең теләге – уғын мөмкин тиклем сәпкә төҙөрәк атыу. Ярыштан кинәнес алып, үҙебеҙгә оҡшаған уҡсы өсөн янып-көйәсәкбеҙ.

"Рух һәм ихтыяр көсө! Барыһы ла беҙҙең ҡулда!" – ти профессиональ ҡул көрәшселәре. Халыҡ-ара ҡул көрәшселәре турниры бөтә донъянан иң-иңдәрҙе йыясаҡ. Ҡыҙыу, бик ҡыҙыу буласаҡ!

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ БАШЛЫҒЫ ПРИЗЫНА КӨРӘШ БУЙЫНСА ТУРНИР

Барыһын да үҙенә йыясаҡ төп спорт сараһы! Көрәш тураһында алтынсы быуатта уҡ телгә алына. Борон күсмә халыҡтарҙа бер генә сара ла билбаулы көрәшһеҙ үтмәгән. Алыш ҡайһы саҡта 5-6 сәғәт, абсолют еңеүсе асыҡланғанға ҡәҙәр дауам иткән. Беҙ ҙә ахырғаса көрәшәсәкбеҙ!

ЙӘШТӘР УРАМЫ

Яңы быуын – өр-яңы офоҡтар! Беҙ йәштәргә ышанабыҙ һәм күп йыллыҡ тәжрибәбеҙҙе улар менән уртаҡлашырға тырышабыҙ. Амбицияһы ташып торған йәштәрҙең барыһын да саҡырабыҙ! Сәхнәлә заманса йүнәлештәге коллективтар сығыш яһай, күңел асыу майҙансыҡтары эшләй! Байрам маҡсатҡа ынтылыусан егет һәм ҡыҙҙарҙы бергә йыясаҡ, сөнки киләсәк – улар ҡулында!

Проект «Зауралье»

Сайт находится в состоянии разработки и наполнения. Подробности — совсем скоро

× Закрыть