Ирекмән итеп саҡырабыҙ!

Ҡәҙерле ирекмән! Форумға иғтибарың өсөн рәхмәт. Беҙ һиңә глобаль әһәмиәткә эйә булған күләмле ваҡиғала – “Урал аръяғы-2019” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ҡатнашыу мөмкинлеген бирәбеҙ.

Ирекмәндәрҙе эҙләүгә беҙҙә ихтирамлы, итәғәтле ҡараш булдырылған, шуға күрә бер аҙ ваҡыт бүлеп, анкета тултырыуҙы һорайбыҙ. Ирекмән – Форумды ойоштороуҙа иң яуаплы бурыстарҙың береһе, сөнки майҙансыҡтағы шарттарҙың һәм мөхиттең сифаты күп йәһәттән нәҡ ирекмәндәргә бәйле. Һин дә ҡушыл! Тап һинең белемең һәм компетенцияң Форумды юғары кимәлдә, ҡунаҡсыллыҡ шарттарында үткәрергә булышлыҡ итәсәк, тип ышанабыҙ. Заявканы тултырыуҙа һәм һайлап алыу йәһәтенән һынауҙа уңыш юлдаш булһын!

Ә хәҙер ойоштороу мәлдәре:

1. Теркәү срогы!

10 июнгә (18:00 сәғәткә) тиклем.

2. Форум 2019 йылдың 22-23 июнендә үтәсәк.

3. *Заманса һәм стилле форма;

* Бушлай туҡланыу менән тәьмин итәсәкбеҙ.

*Рәхмәт хаттары тапшырасаҡбыҙ.

Бөтә мәсьәләләр буйынса volunteers@forum-zauralye.com электрон почтаһы аша мөрәжәғәт итергә мөмкин, хаттың темаһында “Урал аръяғы-2019” ирекмәне” тип күрһәтеү шарт.