Стивен Сигал Башҡортостандағы "Урал аръяғы-2109" инвестиция һабантуйына ҡунаҡҡа килә

Стивен Сигал Башҡортостандағы "Урал аръяғы-2109" инвестиция һабантуйына ҡунаҡҡа килә

Стивен Сигал Башҡортостандағы "Урал аръяғы-2109" инвестиция һабантуйына ҡунаҡҡа килә

Бынан тыш, сарала ҡатнашыусылар популяр йондоҙҙарҙың сығышын һәм байрам салютын ҡараясаҡ

22 июндә Сибайҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Стратегик башланғыстар агентлығы, “Эшлекле Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһы, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамы менән “Урал аръяғы-2019” Бөтә Рәсәй инвестиция форумы уҙғарыла.

Форум Рәсәйҙә эш шарттары булдырыуға, бизнесты яҡлауға, туризмды үҫтереүгә, экология мәсьәләләренә һәм башҡа темаларға арналған секцияларҙан башлана. Артабан БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашлығында пленар ултырыш үтә. Әйткәндәй, Голливуд актеры Стивен Сигал да ҡунаҡҡа киләсәк. Рәсәй журналисы һәм телевидение алып барыусыһы Александр Любимов форумдың модераторы буласаҡ. Сара 23 июндә Әбйәлил районында һабантуй менән тамамлана.

Байрамда Башҡортостандың 25 муниципаль районы ҡатнаша. Улар тирмә ҡороп, милли ихаталар ойоштора. Традицион милли уйындарҙан һәм бәйгеләрҙән тыш, тамашасыларҙы Рәсәй һәм Башҡортостан эстрадаһы йондоҙҙарының сағыу концерты көтә. Республика Башлығы призына милли көрәш турниры иң яҡшы көрәшселәрҙе майҙанға йыясаҡ. Төп бүләк – автомобиль. Ат сабыштары ла күптәрҙең күңеленә хуш килер.

Һабантуй биләмәһендә йәмәғәт туҡланыуы һәм сауҙа нөктәләре эшләйәсәк. Теләгән кеше милли аш-һыуҙы тәмләп ҡарау, сувенирҙар, халыҡ кәсебе әйберҙәрен һатып алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Кисен иһә “Мираҫ” фольклор йыр һәм бейеү ансамбле, музыкант Роберт Юлдашев һәм “Ҡурайсы” төркөмө, Рөстәм Ғиззәтуллин, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, “ZAINETDIN” этно-проекты, Сәғиҙулла Байегет, Гөлназ Асаева һәм башҡалар сығыш яһай. Программаның үҙәген, әлбиттә, танылған актер Стивен Сигал тәшкил итәсәк. Һабантуй дискотека һәм фейерверк менән тамамлана.

К списку новостей
Форум «Зауралье—2020»
Заявка для СМИ
Нажимая кнопку, вы даете согласие на обработку персональных данных и соглашаетесь с политикой конфиденциальности
Обращаем Ваше внимание, что принимая решения об участии в Форуме, Вы соглашаетесь соблюдать все необходимые санитарные нормы по профилактике коронавирусной инфекции, включая: бесконтактное измерение температуры, прохождение универсального дезинфицирующего бокса, масочный режим, обработку рук кожными антисептиками, соблюдение социальной дистанции не менее 1,5м

Регистрация для онлайн-трансляции
Нажимая кнопку, вы даете согласие на обработку персональных данных и соглашаетесь с политикой конфиденциальности

Заявка на участие
Загрузить картинки

Пример:

Обращаем внимание, что фотография необходима для изготовления Вашего аккредитационного удостоверения, поэтому просим загрузить фотографию, соответствующую стандартам.

  • размер 3х4 см, объем не более 5 Мб;
  • форматы: jpeg, jpg, png;
  • снимок — анфас, голова располагается прямо (не должно быть наклонов, поворотов и запрокидывания головы);
  • белый фон (черты лица должны легко различаться, контрастировать с фоном).